09:34
Ватанды һаҡлаусылар көнө - 2020

Ямғыр еҫе, бал еҫе –

Уны миңә ер бирҙе.

Икмәк, бәрәңге, алма –

Уны миңә ер бирҙе.

   Ҡояш, ай, зәңгәр йондоҙ –

   Уны миңә күк бирҙе.

   Ауыл, болон, сәхәрҙәр –

   Илем миңә күп бирҙе.

Ә кемдәрҙер һауаға

Ракеталар ҡуймаҡсы.

Ҡояшты һүндермәксе,

Йондоҙҙарҙы ҡоймалаҡсы.

   Аҡ өҙәңгеле атты

   Сабыуҙан туҡтатмаҡсы,

   Кешене, гөлдө, ҡошто

   Мәңгегә йоҡлатмаксы...

Йоҡонан торған гөлдө

Һәр кем күрергә тейеш,

Һәм илен яуыздарҙан

Һаклай белергә тейеш!

Просмотров: 131 | Добавил: indira-verde | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar