14:11
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән осрашыу

2018 йылдың 7 май көнө беҙҙең класс сәғәтенә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әблүзин Ғәйзулла Мөхәмәт улы килде.

Ғәйзулла олатай фронтҡа 18 йәшендә алына. 1945 йылдың апрелендә Бреслау ҡалаһы өсөн барған алышта уның эргәһендә көслө шартлау яңғырай һәм уны госпиталгә һалалар. Яңылышып, Ғәйзулла олатай вафат булған тип, тыуған яғына хәбәр ебәрәләр. Күп яуҙарҙа ҡатнашып, Ғәйзулла Мөхәмәт улы 1953 йылда ғына ҡайта. Үлеп терелгән һалдатты күргәс, туғандары ҡыуана. Ошо һәм башҡа төрлө ваҡиғаларын, миҙалдары тураһында, бала-сағы тураһында Ғәйзулла олатай 6г класс уҡыусыларына һөйләне, фотоларын күрһәтте, “Хәтер” китабын күрһәтте. Балалар оло ветеранға йырҙарын, шиғырҙарҙарын, бейеүҙәрен башҡарҙылар. Класс сәғәте һә тигәнсе үтеп китте.

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, тыл ветерандарына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Һеҙ азатлыҡ өсөн көрәшмәһәгеҙ - беҙ донъяла булмаҫ инек!

ҘУР РӘХМӘТ!!!

 

Просмотров: 348 | Добавил: indira-verde | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar